Дыуандар флешмоб иғлан итте
. Улар яҡташтарына түбәндәгесә мөрәжәғәт иткән:
“221 йыл элек, 1800 йылдың 26 сентябрендә, алыҫ Балтик диңгеҙе ярҙарында Урал бөркөтө — милли батырыбыҙ Салауаттың йөрәге тибеүҙән туҡтаған.
Ғүмеренең яртыһы тотҡонлоҡта үткән шағир — яугир өс йылда иҫ киткес эштәр атҡарып, исемен тарих биттәренә яҙған шәхес.
Быуаттарҙан быуаттарға «Беренсе» башҡорттоң исеме беҙгә оран булып яңғырай. Беренсе башҡорт… Мостай Кәрим фекеренсә, халҡының иң юғары сифаттарын туплауы Юлай улы Салауатты ошо илаһи дәрәжәгә күтәргән. Милләттәштәр, уның рухына тап төшөрмәйек, сигенеү белмәҫ вариҫтар булып ҡалайыҡ.
Былтыр сентябрь айында Дыуан районы башҡорттары ҡоролтайы «Салауат рухы беҙҙең йөрәктәрҙә» ижади эштәр конкурсы ойошторҙо. Бәйге барышында төрлө райондарҙан алты тиҫтә ҡатнашыусы үҙ эштәрен тәҡдим итте.
Быйыл беҙ Салауаттың шиғри мираҫына баҫым яһарға хәл иттек. Киләһеакция яңы миҙгел, уҡыу йылы башында беҙҙе берләштереүсе, уятып ебәреүсе оло эштәрҙең инеше булһын.
# Флешмобта ҡатнашыу өсөн йәш, милләт буйынса сикләүҙәр юҡ.
# Класс, ғаилә, коллектив менән ҡатнашыу айырыуса хуплана.
# Шиғырҙарҙы төрлө телдәрҙә уҡырға, ятларға мөмкин.
# Видеолар Вк, Инстаграм, WhatsApp селтәрҙәрендә Дыуан ҡоролтайы төркөмдәренә һалынасаҡ.
Дуҫтар, 26-һын көтөп ятмайыҡ, сараға старт бирәйек һәм ай дауамында ҡатнашайыҡ! Берҙәм булайыҡ, бергә булайыҡ!”, — тип яҙа дыуандар.
Ҡатнашығыҙ, ҡушылығыҙ, таратығыҙ!
✅ Коротко на русском:
Нужно выложить в сетях Инстаграм и ВК видео со стихотворениями Салавата Юлаева с хэштегами #ДыуанРайоныБашҡорттары #СалауатБатыр #СалаватНашГерой
# Для участия в флешмобе национальность и возраст значения не имеют.
# Участие с классом, семьей и коллективом особенно приветствуется.
# Стихотворения можно прочитать или рассказать на любом языке.
# Видеозаписи будут выложены в сетях Вк, Инстаграм, WhatsApp курултая Дуванского района.
Друзья, давайте не будем ждать 26 сентября, а уже сейчас начнем старт и продолжим флешмоб в течении месяца! Будем едины, будем вместе!”, — пишут дуванцы.
Участвуйте, присоединяйтесь и расскажите остальным!
#ҡоролтай #курултай
#ГодБашкирскойИстории #БашҡортТарихыЙылы
#ДыуанРайоныБашҡорттары #СалауатБатыр 
