?Любая нация сильна своими величинами, мужественными личностями. И в каком бы уголке мира они не находились, мы по праву гордимся их великими делами, большими достижениями и чувствуем то тонкую духовную связь, которая бывает только между соплеменниками.
В эти дни одна из таких замечательных людей, знаменитый уральский писатель, награжденный государственной наградой «Медаль Пушкина», представитель Свердловского областного Башкирского Центра Амилия Такиулловна Алиева – Мясникова отмечает большой 90-летний юбилей. От всей души поздравляем с этим ярким событием и желаем крепкого здоровья! Пусть жизнелюбие и оптимизм никогда не иссякнут! Счастья Вам и долгих лет жизни!
К слову, известный общественный деятель Амилия Такиулловна является дочерью известного башкирского инженера-строителя, энергетика, возглавившего сооружение первых троллейбусных линий в Свердловске Таккиулы Алиева.
Из открытых источников известно, что Такиулла Абдулханнанович Алиев родился 14 июля 1894 года в деревне Новое Зияшево Мензелинского уезда Уфимской губернии (ныне деревня Новое Зияшево Актанышкого района Татарстана). Предки Алиева происходили из башкир деревни Сафарово того же уезда: Абзялил→ Абдулсалих→ Абдулгали→ Якшигул→ Абдулханнан. Отец Алиева — Абдулханнан был муллой, являлся сторонником новометодного мусульманского образования.
Такиулла Алиев учился в двухклассной русско-башкирской школе, а в 1914 году окончил Казанскую учительскую школу. В 1918 году служил в составе Народной армии Комуча, зхатем в Башкирском войске.
В сентябре 1918 года являлся командующим комендантской роты при Башкирском правительстве, а с октября того же года — офицером по особым поручениям при Башкирском военном совете.
С февраля 1919 года служил комендантом, старшим адъютантом штаба Башкирского войска. В 1919 году получил звание штабс-капитана. В 1919—1922 гг. служил в рядах РККА.
Далее Такиулла Алиев отошел от политики, в 1929 году окончил Московское высшее техническое училище и стал работать в производстве. Является автором проекта Уфимской центральной электростанции, работал руководителем строительства электростанций и линий электропередач в Урало-Поволжье, Казахстане и Белоруссии, возглавлял сооружение троллейбусных линий в Свердловске.
В 1952 году Такиулла Алиев за выдающиеся трудовые заслуги был награжден Орденом Трудового Красного Знамени. В городах Екатеринбург и Уфа его именем названы улицы, а на доме в Екатеринбурге, в котором он жил, установлена мемориальная доска.
———————
?Хеҙмәте менән хөрмәтле
Милләтебеҙ шәхестәре менән көслө. Донъяның ҡайһы ғына төбәгендә йәшәмәһендәр, улар башҡарған эштәре, рухи булмышы менән башҡорт халҡының ғорурлығы булып ҡала.
Ошо көндәрҙә шундай арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең береһе, Екатеринбург ҡалаһында йәшәүсе милләтәшебеҙ, “Пушкин миҙал”ы дәүләт наградаһына лайыҡ булған билдәле яҙыусы, Свердловск өлкә Башҡорт үҙәге вице-президенты Амилия Тәҡиулла ҡыҙы Әлиева – Мясникова ҙур ғүмер байрамын – 90 йәшлек оло юбилейын билдәләй. Уны күркәм тантана менән ҡотлайбыҙ һәм иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ, ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, оҙон бәрәкәтле ғүмер теләйбеҙ! Ҡот һәм ырыҫ ташламаһын, эштәрегеҙ уң барһын!
Милләттәшебеҙ абруйлы, көслө нәҫелдән. Төнъяҡ-көнбайыш башҡорттарының сағыу вәкиле, Свердловск ҡалаһында тәүге троллейбус линияларын төҙәүгә етәкселек иткән юғары квалификациялы инженер-төҙөүсе, энергетик, милли хәрәкәт ағзаһы Тәҡиулла Әлиевтың ҡыҙы ул.
Тәҡиулла Әбделханнан улы 1894 йылда Өфө губернаһы, Минзәлә өйәҙе Яңы Зыяш ауылында тыуған (әлеге ваҡытта Татарстан Респубикаһының Аҡтаныш районы Яңы Зыяш ауылы).
Әлиевтар нәҫеле Сәфәр ауылы башҡорттарынан: Әбйәлил – Әбделсәлих – Әбделғәле – Яҡшығол – Әбделханнан. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса, Тәҡиулланың атаһы Әбделханнан мулла булған, мосолман ойошмаларының яңы ағымын һайлаған.
Тәҡиулла Әлиев 1918—1919 йылдарҙа Башҡорт ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. 1918 йылдың сентябрендә – Башҡорт Хөкүмәте эргәһендәге комендант ротаһы командующийы, ә октябрҙән Башҡорт хәрби советында офицер булған.
1919 йылдың февралендә Башҡорт ғәскәрҙәре штабының коменданты, өлкән адъютанты вазифаһын башҡарған, ошо уҡ йылда штабс-капитан званиеһын алған. 1919—1922 йылдарҙа Ҡыҙыл армия сафында хеҙмәт иткән.
Тәҡиулла Әлиев артабан сәйәсәттән ситләшә, үҙ юлын сәнәғәт өлкәһендә таба. Тәҡиулла Әбделханнан улы Өфө үҙәк электростанцияһының проект авторы, Урал-Волга буйы, Ҡаҙағстан һәм Белоруссиияла электр станциялары һәм электр үткелдәре линиялары төҙөлөштәре етәксеһе була, Свердловск ҡалаһында троллейбус линиялары төҙөүгә етәкселек итә.
Бәғзеләрҙә шундай шанлы, үҙенсәлекле биографиялы кеше нисек репрессия йылдарын имен-һау үткәргән, тигән һорау тыуыр. Беренсенән, дәһшәтле осор еткәнгә тиклем ул сәйәсәттән күпкә йыраҡлашҡан булһа, икенсе яҡтан, Тәҡиулла Әлиев кеүек һөнәр оҫталары, гигант төҙөлөштәргә етәкселек иткән белгестәр күп булмағандыр.
Арҙаҡлы милләттәшебеҙ фиҙакәр хеҙмәте өсөн 1952 йылда Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградланған. 1957 йылда вафат булған.
Бөгөн ил тарихында онотолмаҫ эҙ ҡалдырған Тәҡиулла Әлиевтың исеме Өфө һәм Екатеринбург ҡалаһындағы урамдарға бирелгән.
Источник: https://kurultai.ru/ru/


