Дыуан районы башҡорттары ҡоролтайы милли батырыбыҙ, башҡорт халҡының данлы улы Салауат Юлаевтың иҫтәлеген бағышлап, үҙенсәлекле сара үткәрә
Дыуандар флешмоб иғлан итте . Улар яҡташтарына түбәндәгесә мөрәжәғәт иткән: “221 йыл элек, 1800 йылдың 26 сентябрендә, алыҫ Балтик диңгеҙе ярҙарында Урал бөркөтө — милли батырыбыҙ Салауаттың йөрәге тибеүҙән туҡтаған. Ғүмеренең яртыһы тотҡонлоҡта үткән шағир — яугир өс йылда иҫ киткес эштәр атҡарып, исемен тарих биттәренә яҙған шәхес. Быуаттарҙан быуаттарға «Беренсе» башҡорттоң исеме беҙгә оран… Читать далее »
